ҮЛӘНДЕ, Оло Ҡыҙыл й. басс. күл. Әбйәлил р‑ны Северный а. көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Күл өҫтө майҙаны 1,9 км2, оҙонлоғо 2,0 км, уртаса киңлеге 0,9 км, һыу йыйыу майҙаны 9,3 км2. Тектоник күл, һуң девондың йылайыр свитаһы тоҡомдарында (грауваккалар) барлыҡҡа килгән, соҡоро түңәрәк; төбө ләмле. Тымыҡ күл. Ҡатнаш, башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Һыуы татырлы, гидрокарбонатлы, натрийлы. Эвтрофлы, үтәләй туңыусан күл. Ярҙары һөҙәк, ҡоролоҡ йылдарында урыны м‑н һаҙлана. Көнсығыш яры тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора (1997). Тирә‑яҡ ландшафы далалы насарланған көтөүлектәрҙән ғибәрәт. Яр буйын һаҙ ҡолонғойроғо, екән, ҡаурый ҡылған, күрән, йүтәл үләне һ.б. ҡаплаған; күлдә ябай ҡырҡтамыр, сумған мөгөҙьяпраҡ, тәлмәрйен тәңкәһе, һыу үләне һ.б. үҫә. Күсәр ҡоштар — ала ҡаҙ, ала өйрәк, бәләкәй мөншөгөр, көйөлдө, ҡамыш турғайы, сытырҙаҡ сөрәгәй, һуна өйрәк һ.б. туҡтала.

Ә.М.Гәрәев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Яндекс.Метрика