ТИБЕЛ, Балтас р‑нындағы ауыл, Шауъяҙы а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 20 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 58 км алыҫлыҡта Тибел й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 613 кеше; 1920 — 592; 1939 — 576; 1959 — 470; 1989 — 243; 2002 — 231; 2010 — 189 кеше. Башҡорттар, мариҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 1744 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Себер даруғаһы Танып улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы мариҙар Яңы Ауыл исеме м‑н нигеҙ һала. 1773 й. бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы мариҙарҙың яңы төркөмө килеп ултырған. 18 б. 2‑се ярт. алып хәҙ. исемен йөрөтә. 1784 й. 118 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 73 йортта — 385 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, буяу оҫтаханаһы, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018