ҮЛӘЙ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Бахтыбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 17 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 95 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 610 кеше; 1920 — 685; 1939 — 583; 1959 — 246; 1989 — 86; 2002 — 125 кеше. Мариҙар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Надежда” ЯСЙ‑нда эшләй.

Ауылға Уҫы даруғаһында батша һарайы крәҫтиәндәре нигеҙ һала, 1706 й. алып билдәле. Шулай уҡ Карп яңы ауылы (тәүге төпләнеүсе Карп Григорьев исеменән) булараҡ теркәлгән. 1865 й. 60 йортта 355 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. 2 бакалея кибете, мөгәзәй иҫәпкә алынған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика