ҮЛӘЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Баҙраҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнб. 23 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.-Көнс. табан 91 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 732 кеше; 1920 — 936; 1939 — 512; 1959 — 361; 1989 — 131; 2002 — 154; 2010 — 137 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 1650 й. жалованный грамота б‑са Ҡазан даруғаһында мишәрҙәр нигеҙ һала. 1795 й. 145 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 65 йортта — 431 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов