ҮКТӘЙ, Иглин р‑нындағы ауыл, Үктәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1061 кеше; 1920 — 1125; 1939 — 1058; 1959 — 795; 1989 — 428; 2002 — 346 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй. Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 1739 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә типтәрҙәр нигеҙ һала. 1785 й., 1794 й. бында ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәрҙең яңы төркөмдәре төпләнә. 1865 й. Ү. (Үфтәй) 83 йортта 511 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, септә һуғыу, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 5 бакалея кибете теркәлгән. Х.В.Саттарова ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика