ҮКӘРЛЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 25 км һәм Иглин т. юл ст. Т. табан 25 км алыҫлыҡта Ҡарға күле (Ҡариҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 643 кеше; 1920 — 569; 1939 — 520; 1959 — 336; 1989 — 234; 2002 — 193 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы  «“Иҙел” агрофирмаһы» ЯСЙ‑нда эшләй. Төп мәктәп (Байгилде ауыл лицейы филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар.

Ауылға 17 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Илекәй Үкәрлин билдәле. 1706 й., 1717 й. татарҙар һәм Себер даруғаһы Көҙәй улусы башҡорттары тарафынан шул уҡ ерҙәргә керҙәшлек килешеүе төҙөлгән. 1858 й. бында Минзәлә өйәҙенән типтәрҙәр килеп ултыра. Шулай уҡ Кәрлә исеме м‑н теркәлгән. 1865 й. 57 йортта 374 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ф.К.Заһирова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика