БАЙҒАҘЫ ҠОҘАМЫШЕВ, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Себер даруғаһы Әйле улусы башҡорттарынан. Шул уҡ улустың старшинаһы. Ихтилалға 1773 й. дек. ҡушыла. Исәт провинцияһы баш күтәреүселәре етәкселәренең береһе була. Б.Ҡ. отряды 1774 й. июнендә Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Әй й. буйында (Себер даруғаһы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында) И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Силәбе өлк. Арғаяш р‑нының Байғаҙы а. Б.Ҡ. исеме бирелгән.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика