ҮҘӘНБАШ, Белорет р‑нындағы ауыл, Шығай а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 50 км һәм Белорет т. юл ст. К.-Көнб. табан 45 км алыҫлыҡта Үҙән й. (Төньяҡ Үҙән) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. – 31 кеше; 1920 — 14; 1939 – 57; 1959 — 1224; 1989 — 860; 2002 — 796 кеше. Башҡорттар, урыҫтар йәшәй. Халҡы “Башлеспром” ЯСЙ‑ның урман пунктында, ағас әҙерләү пр‑тиеларында эшләй. Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 19—20 бб. араһында Верхнеурал өйәҙе Тамъян‑Түңгәүер улусы Ҡаҙмаш а. (хәҙ. Әбйәлил р‑ны) башҡорттары утар булараҡ нигеҙ һала. 1920 й. Ү. (Ҡаҙмаш) исеме м‑н теркәлгән. 40‑сы йй. алып ҡасаба булараҡ иҫәпкә алынған, 2005 й. — хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика