БАЙҒАҘЫ, Бөрйән р‑нындағы ауыл, Байғаҙы а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 28 км һәм Сибай т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 146 км алыҫлыҡта Һәүәнәк й. (Үҙән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 332 кеше; 1920 — 478; 1939 — 210; 1959 — 192; 1989 — 302; 2002 — 409; 2010 — 360 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп (Иҫке Собханғол урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. аҙ. Верхнеурал өйәҙе Ҡарағай‑Ҡыпсаҡ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Сотник Байғаҙы Ҡунаҡбаев исеме м‑н аталған. 1795 й. 168 кеше йәшәгән, 1866 й. 30 йортта — 203 кеше. Малс‑ҡ, солоҡсолоҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 1900 й. мәсет булған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика