ҮҘӘН ҺЫУҺАҠЛАҒЫСЫ, Үҙән (Төньяҡ Үҙән) йылғаһында. Плотинаның һыу ағыҙыу ҡапҡаһы Белорет р‑ны Үҙән а. эргәһендә йылға тамағынан 47,8 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Гидроузел ағыҙғысында йылғаның һыу йыйыу майҙаны 353,0 км2 (йылға басс. 99%‑ы), уртаса йыллыҡ ағым күләме 861,0 млн м3, һыуһаҡлағыстың тулы күләме 4,0 млн м3, файҙалы күләме — 3,8 млн м3; һыу өҫтө майҙаны 0,9 км2, оҙонлоғо 2,3 км, уртаса киңлеге 0,4 км (макс. 0,5 км), уртаса тәрәнлеге 4,4 м (макс. 11,0 м). Гидроузел составы: тупраҡтан өйөп һалынған ябыҡ плотина (оҙонлоғо 284 м, өҫкө һырты б‑са киңлеге 10 м, макс. бейеклеге 14 м); йыйылма торбаларҙан торған автоматик шахталы ташҡын ағыҙыу ҡоролмаһы (диам. 2,5x2,0 м, бейеклеге 8,6 м, оҙонлоғо 19,5 м, киңлеге 5,0 м) булған, 3 йыйылма тимер‑бетон торбанан эшләнгән һыу ағыҙыу ҡоролмаһы (диам. 2,0x2,5 м, оҙонлоғо 74 м); инеү урынында рәшәткәһе булған, ҡорос торбанан торған һыу төбөндәге көпшәле һыу сығарыу ҡоролмаһы (диам. 1,0 м, оҙонлоғо 112,5 м); ҡеүәте 75 кВт/сәғ. булған гидроэлектростанция. Һыуы сөсө. Тәғәйенләнеше: ағымды миҙгелле көйләү, электр энергияһын эшләп сығарыу. Шулай уҡ рекреация өсөн файҙаланыла. 18 б. 2‑се ярт. Үҙән заводын һыу м‑н тәьмин итеү маҡсатында төҙөлә. 1985 й. емерелә. 1998 й. яңынан төҙөкләндерелә.

Ә.Р.Ғәббәсов

Тәрж. И.М.Япаров

Илл.: Үҙән һыуһаҡлағысы

Яндекс.Метрика