ҮҘӘК УСАДЬБАҺЫ АУЫЛЫ, Максим Горький исемендәге тоҡомсолоҡ заводы ның үҙәк усадьбаһы ауылы, Бәләбәй р‑нындағы ауыл, Максим Горький а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 24 км һәм Глуховская т. юл ст. Көнб. табан 7 км алыҫлыҡта Үтәй й. (Мәнәүез й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 234 кеше; 1959 — 771; 1989 — 865; 2002 — 934 кеше. Урыҫтар йәшәй. “М.Горький ис. тоҡомсолоҡ заводы” ААЙ‑ның үҙәк усадьбаһы урынлашҡан. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. “Знаменка” с‑зының бүлексәһе булараҡ нигеҙ һалына, 1932 й. М.Горький ис. с‑з ойошторолғандан һуң С‑здың үҙәк усадьбаһы ҡасабаһы булараҡ иҫәпкә алына. 50‑се йй. ҡарай Лысов һәм Люблинка ҡасабалары (икеһе лә 20‑се йй. башында нигеҙләнгән) ҡушылған. 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. — хәҙ. статусын ала.

Т.И.Әминев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика