ҮГЕҘ, Кушнаренко р‑нындағы ауыл, Иҫке Туҡмаҡлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 25 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 56 км алыҫлыҡта Кәрәкә й. (Ҡармасан й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1896 й. — 1068 кеше; 1920 — 1813; 1939 — 1375; 1959 — 915; 1989 — 392, 2002 — 328 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй. Халҡы “Тыуған яҡ” ААЙ‑нда эшләй. Башланғыс мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. уртаһында Ҡазан даруғаһы Ҡаршын һәм Ҡаңлы улустары башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Шулай уҡ Быков исеме м‑н теркәлгән. 1761 й. керҙәшлек килешеүе (1771 й. рәсмиләштерелгән) б‑са бында мишәрҙәр, 18 б. аҙ. ш. уҡ шарттарҙа — типтәрҙәр килеп ултыра. 1795 й. (халҡы төрлө улустарҙа иҫәпкә алынған) 44 йортта 307 кеше йәшәгән, 1865 й. 127 йортта — 750 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Училище булған. 1896 й. 2 мәсет, һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй билдәләнгән. М.З.Мөҙәрисов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Яндекс.Метрика