БАЙГИЛДЕ АУЫЛ ЛИЦЕЙЫ, Нуриман р‑ны. 1921 й. 1‑се баҫҡыс мәктәп булараҡ нигеҙ һалына, 1939 й. алып тулы булмаған урта мәктәп, 1953 й. — урта мәктәп, 1993 й. — хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Интернаты, умарталығы, теплицаһы, авто- һәм а.х. машиналары, уҡытыу оҫтаханалары, йәшелсә һаҡлағысы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Мәктәп м‑н Р.Н.Байымов, Р.С.Исмәғилев, Р.Ҡ.Әмиров һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1953 й. алып уҡыу йортон 1,8 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2011), улар араһында Ғ.Ғ.Аскин, З.Р.Исмәғилев, Р.Р.Исмәғилев, Флүр Р.Исмәғилев, Фоат Р.Исмәғилев. Мәктәп 26 тапҡыр (1956—2004) СССР ВДНХ‑нда һәм РФ ВВЦ‑нда ҡатнашҡан, 2‑се дәрәжә (1988) һәм 3‑сө дәрәжә (1985) дипломдар м‑н бүләкләнгән.

С.Р.Исмәғилев

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика