БАЙГИЛДЕ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Б. а/с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 30 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 21 км алыҫлыҡта Олокүл (Өфө й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1136 кеше; 1920 — 1273; 1939 — 1034; 1959 — 677; 1989 — 481; 2002 — 429; 2010 — 432 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002). Байгилде ауыл лицейы, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар. 

Ауылға Себер даруғаһы Бүләкәй‑Көҙәй улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә керҙәш башҡорттар нигеҙ һала, 1651 й. билдәле. 1763 й. һәм 1858 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са бында типтәрҙәр килеп урынлаша. 1865 й. 102 йортта 554 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, ағас әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. мәсет, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете теркәлгән. З.Р.Исмәғилев, Р.Р.Исмәғилев, Ф.Р.Исмәғилев ошо ауылда тыуған.

Р.С.Исмәғилев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика