ТЕХНОЛОГИЯ ҺӘМ ПРОИЗВОДСТВОНЫ ОЙОШТОРОУ ИНСТИТУТЫ, ААЙ. 1958 й. Өфөлә Авиация технологияһы һәм производствоны ойоштороу ҒТИ‑ның (Мәскәү) Урал филиалы булараҡ асыла, 1981 й. алып Технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу ҒТИ, 1994 й. — Урал технология һәм двигателдәр производствоһын ойоштороу ҒТИ, 1995 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. 2007 й. алып “Салют” газ турбиналары эшләү ғилми-производство үҙәге ФДУП‑ы (Мәскәү) составына инә. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: һынауҙар ваҡытында газ турбиналы двигателдең (ГТД) технологик процестарын һәм параметрҙарҙы автоматлаштырылған контролдә тотоу системаларын тикшереү һәм эшләү; шымарта торған алмас инструмент, щёткалы тығыҙлағысты финиш эшкәртеүе өсөн технология һәм инструмент уйлап табыу; әҙерләмәләр, ГТД көрәксәләрен лезвие һәм абразив менән эшкәртеүҙе алыу, сильфондар, компенсаторҙар һәм металл шлангтар яһау, йыйыу һәм һынау, композицион материалдарҙан ГТД деталдәрен әҙерләү өсөн технологик процестар һәм ҡорамалдар, газ ҡыуҙырыу агрегаттары деталдәрен һәм узелдарын реновациялауҙың технологик процестарын булдырыу; электр м‑н өҙлөкһөҙ туйындырыу ҡорамалдарын һәм системаларын эшләү. Институт составына 12 бүлек, 4 ярҙамсы хеҙмәт инә. 102 хеҙм‑р араһында 1 фән д‑ры һәм 2 фән канд. бар (2009). Ғилми-техник совет эшләй. Институт хеҙм‑рҙәре тарафынан 2 меңдән ашыу асыш яһала, 700‑ҙән ашыу технологик процесс эшләнә, 600‑ҙән ашыу ҡорамал моделе проектлана. ГТД көрәксәләрен фрезерлау һәм шымартыу өсөн станоктар, ш. иҫ. күп координатлы һан м‑н программаланған идара итеү станоктары; ГТД көрәксәләре әҙерләмәләрен периодик прокатлау һәм изотермик штамплау станы эшләнә, 1,7 мең берәмектән ашыу ҡорамал, статик тиристорлы электр сығанағы һ.б. проектлана һәм әҙерләнә, улар агрегаттар эшләү пр‑тиеларына һәм газ ҡыуҙырыу станцияларына индерелә. Уйлап табыуға 1015 патент алына, 1,5 меңдән ашыу фәнни хеҙмәт нәшер ителә. Институт БР, РФ, Ҡаҙағстан, Украина һ.б. пр‑тиелары, ғилми‑тикшеренеү ин‑ттары м‑н хеҙмәттәшлек итә. Дир.: Б.Б.Равикович (1958 й. алып), А.И.Ковалёв (1960 й. алып), С.С.Ғәлиев (1964 й. алып), Ғ.Н.Рәхимов (1975 й. алып), В.Л. Юрьев (1992 й. алып).

В.Л.Юрьев

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.