БАЙГИЛДЕ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Иҫке Яндыҙ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 26 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 117 км алыҫлыҡта Ҡазыйкүл (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 608 кеше; 1920 — 617; 1939 — 580; 1959 — 431; 1989 — 333; 2002 — 396; 2010 — 378 кеше. Мариҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, В.Н.Горшковтың йорт‑музейы бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1804 й. һәм 1807 й. керҙәшлек килешеүҙәре б‑са яһаҡлы мариҙар нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1722 й. алып билдәле). Старшина Байгилде Бабачев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Сирмеш Йәлдәге булараҡ билдәле булған. 1865 й. 74 йортта 390 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. башҡа милләттәр өсөн мәктәп, бакалея кибете теркәлгән. Горшков ошо ауылда тыуған.

Ф.Ғөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика