“ТЕРМОСТЕПС” С а л а у а т  й ы л ы л ы ҡ  ү т к ә р м ә ү с е  и з д е л и е л а р  з а в о д ы. Минераль мамыҡ, үтәләй тегелгән маталар һәм минераль мамыҡтан плиталар (ҡара: Йылылыҡ үткәрмәүсе материалдар һәм изделиелар) етештергән. 1955 й. Салауат минераль мамыҡ з‑ды булараҡ сафҡа индерелгән (ҡеүәте йылына 5 мең т, ватержакет вагранкалар һәм сүс барлыҡҡа килтергән камералар м‑н йыһазландырылған), 1993 й. алып “Термостепс” ААЙ (Мәскәү) составына ингәндән һуң “Т.” Салауат йылылыҡ үткәрмәүсе изделиелар з‑ды ААЙ, 2013 й. ябыла. Составына йылылыҡ үткәрмәүсе изделиелар етештереү цехы (1955 й. нигеҙләнгән) ингән. 2009 й. 235 кеше эшләгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә һатылған, Ҡаҙағстанға ебәрелгән. Пр‑тиеға СССР МС‑ы пр. бирелгән (1991).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.