ТЕРӘПӘ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Терәпә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 23 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Т. табан 15 км алыҫлыҡта Күҙйылға й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1411 кеше; 1920 — 1274; 1939 — 1348; 1959 — 941; 1989 — 595; 2002 — 488; 2010 — 452 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Терәпә урта мәктәбе, амбулатория, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 1773 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Меркет‑Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ҡазан губернаһының яңы суҡындырылған сыуаштары Күҙйылға исеме м‑н нигеҙ һала. 1865 й. Терәпкәлә (Күсйылға) 109 йортта 760 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 19 б. аҙағынан хәҙ. исемен йөрөтә. 1906 й. сиркәү, 2 училище, һыу тирмәне, 3 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. С.С.Умов ошо ауылда тыуған.

М.Х.Сафин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.