ТЕРӘПӘ УРТА МӘКТӘБЕ, Ауырғазы р‑нында урынлашҡан. 1877 й. земство мәктәбе булараҡ асыла, 1884 й. алып ир балалар башҡа милләттәр өсөн мәктәбе, 1903 й. — 2 класлы уч‑ще, 1918 й. — 1‑се баҫҡыс, 1920 й. — 2‑се баҫҡыс берҙәм хеҙмәт мәктәбе, 1936 й. хәҙ. статусын ала. Компьютер класы, спорт залы, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, уҡыу оҫтаханаһы, интернаты, уҡыу‑производство участкаһы, баҡсаһы, автопаркы бар. Уҡыу йорто м‑н С.С.Умов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 1903 й. башлап мәктәпте 3,6 меңдән ашыу кеше тамамлаған (2009), улар араһында Ф.Ә.Иҫәнғолов, Н.Н.Кобзев, Г.П.Молодцов, Ғ.Ғ.Сәғиҙуллин, А.Н.Тихонов; бында ш. уҡ В.В.Николаев уҡыған. Мәктәп терр‑яһында Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға обелиск (1967), бинаһына журналист К.Д.Кириловҡа (1998) һәм Сәғиҙуллинға (2009) мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Н.М.Глухов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина