ТЕРЕҒОЛОВ Филарит Шәриф улы (26.1.1945, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а., хәҙ. БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Шишмә ҡсб), педагог. Пед. ф. д‑ры (1993), проф. (1994). БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм‑ре (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2005). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1968) Шишмә р‑нының Иҫке Муса урта мәктәбе уҡытыусыһы, 1970 й. алып директоры. 1971—74 йй. БАССР Мәғариф министрлығы инспекторы, 1977 й. башлап БДУ‑ла эшләй. 1981 й. алып БДПУ‑ла: 1982—84 йй. башланғыс белем ф‑ты, 1993—99 йй. педагогика һәм психология ф‑ты, 2004—06 йй. мәғарифтың етәксе хеҙм‑рҙәренең квалификацияһын күтәреү ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта 1984—85 йй. педагогика, 1994—2004 йй. пед. теориялар һәм технологиялар каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре алдынғы пед. тәжрибәне өйрәнеү һәм файҙаланыу, формалаштырыусы биосоциаль пед. проблемаларына арналған. Т. тарафынан социогеном т‑да тәғлимәт нигеҙләнә, Йыһан барлыҡҡа килеүҙең топологик‑генетик теорияһы эшләнә. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Х е ҙ м.: Передовой педагогический опыт. М., 1991; Материя и её сознание. М., 2002; Генетическая теория Вселенной. Уфа, 2006.

Р.Н.Ҡотошов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина