ТЕРЕ ТАНЫП, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Пермь өлк. Урҙа р‑нында урынлашҡан һаҙлыҡтарҙан башлана. Пермь өлк., БР‑ҙың Тәтешле, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама р‑ндары буйлап төньяҡ‑көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа ҡарай аға һәм Ағиҙел й. (тамағынан 115 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 345 км, басс. майҙаны 7560 км2, дөйөм түбәнәйеүе яҡынса 173 м. БР‑ҙа оҙонлоғо яҡынса 140 км. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65,9%‑ы — яҙғы (апр.—май), 19,6%‑ы — йәйге һәм көҙгө (июнь—окт.), 14,5%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Борай р‑ны Алтайыу а. эргәһендә уртаса йыллыҡ һыу сығымы 32,1 м3/с, Краснокама р‑ны Мәнәк а. эргәһендә — 44,5 м3/с. Басс. Кама‑Ағиҙел убалы уйпатлығында урынлашҡан. Рельефы тигеҙ, убалы‑соҡорло, йырын‑һыҙа һәм күл‑йылға селтәре м‑н йырғыланған. Үрге ағымында неогендың кәүшәк ултырмалары таралған, йылға үҙәненең ҡалған өлөшөндә өфө ярусы һәм ҡазан ярусы тоҡомдары ята. Уйһыу урындарында көңгөр ярусы тоҡомдары осрай, упҡындар һәм карст күлдәре күҙәтелә. Ландшафы кәҫле көлһыу тупраҡтағы һәм һоро урман тупрағындағы киң япраҡлы‑ылыҫлы урмандарҙан, көлһыуланған ҡара тупраҡтағы урман‑далаларҙан (күбеһенсә ылыҫлы ағастар үҫә) тора. Басс. 5%‑ын урман ҡаплаған, 2%‑ы һаҙланған, 25%‑ы карсланған. Ҡушылдыҡтары: уң — Йоҡ, Варзы, Гәрәй, Кейебәк, Ҡалтасы; һул — Көтмәҫ, Тушҡыр, Ар, Кизгән, Себергән һ.б.

В.А.Балков

Тәрж. А.Н.Күсеев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018