ТЕРАПИЯ (лат. therapia — дауалау), эске ағзалар ауырыуҙары этиологияһын, патогенезын, клиник сағылышын өйрәнеүсе һәм уларҙы диагностикалау, дауалау, иҫкәртеү, ауырыуҙарҙы реабилитациялау ысулдарын эшләүсе клиник медицина һәм ветеринария өлкәһе.

Медицинала Т. Аллергология, гастроэнтерология, гематология, кардиология, нефрология, пульмонология, ревматология, тергеҙеү медицинаһы һәм курортология, эндокринология һ.б. айырыла. 20 б. 40‑сы йй. БДМИ‑ла (ҡара: Медицина университеты) Ғ.Н.Тереғолов етәкс. гипертония ауырыуы, йөрәктең ишемия ауырыуы этиологияһы һәм таралышы, 50—60‑сы йй. нефттең, уны эшкәртеү продукттарының көкөртлө берләшмәләренең йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм башҡа системалар торошона, һөнәри ауырыуҙар формалашыуына йоғонтоһо өйрәнелә башлай (З.Ш.Заһиҙуллин, Ғ.М.Мөхәмәтова, З.С.Тереғолова һ.б.), крупоз пневмония булғанда кардио‑респиратор системаһының торошо һәм биохимик күрһәткестәре тикшерелә (З.Ш. Заһиҙуллин, Д.И.Татаринов, М.Н.Фридман). 70—80‑се йй. йөрәк (Р.Н.Килдебәкова, В.Л.Нәзифуллин, Б.Х.Әхмәтова һ.б.), ашҡаҙан‑эсәк юлы (С.В.Базанова, А.Я.Крюкова һ.б.) ауырыуҙарының иртә диагностикаһы, патогенезы, дауалау һәм иҫкәртеү аспекттары, үпкәнең специфик булмаған хроник ауырыуҙарын (З.Ф.Асҡарова, Ш.З.Заһиҙуллин, Р.Х.Зөлҡәрнәев, У.Р.Фәрхетдинов, Әхмәтова һ.б.), аллергия ауырыуҙарын (Ә.Н.Бикбулатова, Х.Х.Ганцева, С.Ә.Йәнекәева) диагностикалау һәм дауалау ысулдары уйлап табыла, сәнәғәт пр‑тиелары эшселәре (Л.Н.Минһажетдинова), Өфөнөң башҡа халҡы (Ш.З. Заһиҙуллин) араһында йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары үҫешенә булышлыҡ итеүсе факторҙар тикшерелә, йөрәктең электр майҙанын диагностикалауҙың автоматлаштырылған комплексы булдырыла (Р.З. Әмиров). 90‑сы йй. алып атеросклероз һәм уның өҙлөгөүҙәре нигеҙендә ятҡан липидтарҙы перекись м‑н окислау механизмдары, йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары булғанда нейрогумораль регуляцияның һәм гомеостаздың боҙолоуы (Л.Т.Ғилметдинова, Ә.Н. Закирова, Э.Ғ.Моталова, Э.Р. Сыртланова һ.б.), сейяра ауырыуы, хроник холецистит, энтероколиттарҙы дауалағанда ҡымыҙ ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге (Г.В.Журавлёва, Г.К. Макеева, Р.Я.Хәсәнов) өйрәнелә. Төрлө халыҡтың төркөмдәре араһында аш һеңдереү системаһы ауырыуҙарының таралышы, клиник ағышы үҙенсәлектәре тикшерелә, уларҙы иртә диагностикалау, комплекслы дауалау һәм иҫкәртеү ысулдары эшләнә (Н.А. Власова, Л.В.Волевач, Крюкова, Н.С.Ҡазыханов, Л.П.Фәйезова һ.б.), ревматоид артриттың патогенезы, эске ағзалар ауырыуҙары булғанда гормондарға бәйлелек синдромы өйрәнелә (Р.Ә.Дәүләтшин, Р.А. Нурмөхәмәтова, Г.С.Фрондис). 21 б. башынан тоташтырғыс туҡыманың диффуз ауырыуҙары клиникаһы һәм ағышы үҙенсәлектәре, уларҙы лазер терапияһы ҡулланып дауалау һөҙөмтәлелеге тикшерелә (З.В.Бәкерова, Л.А. Лепилина һ.б.). Гемостаздың, иммун системаһының боҙолоуын диагностикалау критерийҙары һәм уларҙы дарыуҙар, анемия, лейкоз булғанда дауалауҙың экстракорпораль алымдары ҡулланып төҙәтеү ысулдары индерелә (Ә.Б.Бәкеров, Д.Х. Кәлимуллина, В.И.Никуличева, Г.Ш. Сафуанова һ.б.). Гломерулонефрит, геморрагик васкулит, бөйөрҙөң киҫкен етешмәүсәнлеге, ҡабаттан танауҙан ҡан китеү, бауыр цирроздары, бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк булғанда гемостаз һәм фибринолиз системаһы (В.Т.Ғайсина, И.М.Заһиҙуллин, Р.М. Ибраһимов, Г.Х.Мирсаева, М.М. Фазлыев, Р.М.Фазлыева), эндемик боғаҡтың таралышы һәм үҫеү сәбәптәре өйрәнелә, тиреотоксикозды, аутоиммун тиреоидитты дауалау ысулдары камиллаштырыла (И.Ғ.Рәхмәтуллин, Л.М.Фәрхетдинова). Т.В.Моругова етәкс. шәкәр диабеты мәсьәләләре б‑са фәнни тикшеренеүҙәр һәм практик эштәр алып барыла. Башҡортостан курорттарының дауалау факторҙары өйрәнелә, киң таралған ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм сирлеләрҙе шифахана‑курорт һәм рекреация учреждениеларында дауалау, реабилитациялау ысулдары уйлап табыла (Л.Ғ.Байымбәтов, Ғилметдинов, Ш.З.Заһиҙуллин, Р.Ғ.Фәрхетдинов, Ә.Ғ.Шамаев һ.б.).

Ветеринарияла Т. Дөйөм һәм айырым Т. айырыла. Фәнни тикшеренеүҙәр 1946 й. Аграр университетта эске йоғошһоҙ ауырыуҙар, клиник диагностика һәм фармакол. каф. ойошторолғандан һуң үткәрелә. 40 — 50‑се йй. Ф.Р.Окишев етәкс. комплементты консервалау, һыйыр малында матдәләр алмашыныуы боҙолоуын иртә диагностикалау ысулдары өйрәнелә. 60‑сы йй. алып географик патология мәсьәләләре тикшерелә. Каф. ғалимдары (С.А.Ивановский, Н.Й.Мусина, Окишев, Н.А.Судаков һ.б.) Ветеринария лабораторияһы хеҙм‑рҙәре (Т.А.Богданович, З.А.Урманов һ.б.) м‑н берлектә респ. төрлө райондарында а.х. малдарының эндемик ауырыуҙарын асыҡлау һәм өйрәнеү б‑са фәнни экспедициялар үткәрә. Хайуандарҙа матдәләр алмашыныуы боҙолоуын дианостикалау, иҫкәртеү һәм дауалау мәсьәләләренә Р.Х.Авзалов, В.Н.Байматов, П.Я.Гущин, Р.С.Ғиззәтуллин, Э.Р.Исмәғилева, В.Г.Кирилов, Ф.Ә.Кәримов  Ғ.М.Ҡазбулатов, Ә.Ғ.Маннапов, Р.Т.Маннапова, В.Н.Поляков, Н.Г. Фенченко, Т.Ә.Фәритов, Ф.С.Хәзиәхмәтов, Ғ.Р.Шакирова һ.б. хеҙмәттәре арналған. 90‑сы йй. башлап А.Ф.Исмәғилева етәкс. хайуандар һәм ҡоштар иммунитетын коррекциялау б‑са фәнни тикшеренеүҙәр алып барыла, уларҙың тәбиғи резистентлығына һәм продуктлылығына дарыуҙарҙың тәьҫире өйрәнелә.

Ш.З.Заһиҙуллин, В.Г.Кирилов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина