БАЙБУРИНА Зөһрә Фәнил ҡыҙы (17.4.1962, БАССР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны Краснохолмский ҡсб), йырсы (меццо‑сопрано). Проф. (2000). ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1990; М.Ғ.Мортазина класы) БДОБТ солисы. 1998 й. Милан ҡ. Юғары муз. мәктәбен (Л.Беренго класы; 2000 й. алып шунда уҡ уҡыта) һәм Альбиссола‑Марина ҡ. Р.Скотто опера акад. (Р.Скотто класы; икеһе лә — Италия) тамамлаған. 2010 й. башлап Манхэттен муз. мәктәбендә (Нью‑Йорк ҡ., АҠШ) уҡыта. Бай тембрлы матур тауышҡа, сағыу сәхнә оҫталығына эйә. Төп партиялары: Любаша (“Батша кәләше” — “Царская невеста”, Н.А.Римский‑Корсаков; дебют, 1990), Кармен (Ж.Бизеның ш. уҡ исемле операһы), Маддалена (“Риголетто”, Дж.Верди), Яубикә (“Шәүрә”), Көнбикә (“Салауат Юлаев”) һ.б. Концерт репертуарында операларҙан ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының вокаль музыкаһы. Бельгия, Германия, Испания, Франция, Швейцария һ.б. илдәрҙә гастролдәрҙә була. Халыҡ‑ара конкурстар лауреаты (Мантуя ҡ., 1997; Алькамо һәм Кортемилья ҡҡ., 1998; Сан‑Ремо ҡ., 1999; бөтәһе лә — Италия; Марманде ҡ., Франция, 1999) һәм дипломанты (Барселона ҡ., Испания, 1994; Варалло ҡ., 1995, 1996; Адрия ҡ., 1998; икеһе лә — Италия). Ш.Бабич ис. Дәүләт пр. лауреаты (1996).

А.Р.Сабирова

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика