“ТЕПЛОЦЕНТРАЛЬ”, Башкирэнерго” ААЙ‑ның йылылыҡ энергияһын эшләп сығарыу б‑са структур бүлексәһе. Составына 10 ҡаҙан цехы, производство хеҙмәттәре инә. 2004 й. 950 кеше эшләгән; 4 млн Гкал йылылыҡ энергияһы ебәрелгән. Продукцияһын ҡулланыусылар — Ағиҙел, Ишембай, Нефтекама, Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ. халҡы һәм пр‑тиелары. 1991 й. Нефтекама һәм 1‑се Өфө ҡаҙанлыҡтары базаһында ойошторола, 1992 й. алып “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. башлап “Башкирэнерго” ААЙ бүлендек йәмғиәтенең “Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ составына инә. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр конверсион авиация двигателе нигеҙендә эшләнгән ГТЭ‑10/95 газ турбиналы ҡулайлама индерелә.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев