“ТЕПЛОИЗОЛЯЦИЯ” Ө ф ө  ф и р м а һ ы, ААЙ. Үткәргес торбалар һәм ҡорамалдарға йылы һәм һалҡын үткәрмәү, бина фасадтарын һәм түбәләрен йылытыу б‑са эштәр; рулонлы һәм табаҡлы фенол быяла пластиктары етештереү һ.б. м‑н шөғөлләнә. Составына 3 төҙөлөш, етештереүгә әҙерләү, автотранспорт, ремонт‑төҙөлөш участкалары инә. 2009 й. 209 кеше эшләгән; 123,5 млн һумға эш башҡарылған. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1943 й. “Теплоизоляция” тресы (Һамар ҡ.) составында Башҡ‑н контораһы булараҡ ойошторола, 1947 й. алып 5‑се төҙөлөш‑монтаж идаралығы, 1965 й. — Өфө махсус идаралығы, 1992 й. — Өфө филиалы. 1999 й. башлап хәҙ. исемдәге ЯСЙ, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүгеләрҙән булып табаҡлы фенол быяла пластиктары етештерелә башлай (2003).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев 

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.