ТЕМӘС УРМАН СӘНӘҒӘТЕ ХУЖАЛЫҒЫ, ЯСЙ. Ағасты әҙерләү һәм эшкәртеү м‑н шөғөлләнә. Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. Составына өҫкө һәм аҫҡы складтар, тара һәм ағас эше цехтары, ремонт‑механика оҫтаханаһы инә. 2009 й. 93 кеше эшләгән; 12 мең м3 ағас сығарылған; 8,5 мең м3 ағас‑таҡта, 3,2 мең м3 утын ағасы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. 1944 й. Һәүәнәк с‑зының урман сәнәғәте хужалығы булараҡ ойошторола, 1945 й. алып Һәүәнәк төҙөлөш комб‑ты (соц. объекттар төҙөү, ағастан эшләнгән изделиелар, газогенератор түмәрҙәре, утын күмере, дегет етештереү м‑н шөғөлләнгән), 1956 й. — Һәүәнәк урман сәнәғәте хужалығы, 1970 й. — Т.у.с.х., 2000 й. ғин. башлап МУП, июлдә хәҙ. статусын ала, 2001 й. алып “Һаҡмар урман сәнәғәте хужалығы”.

Б.В.Макаров

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018