ТЕМНЯКОВ, Шаран р‑нындағы ауыл, Иҫке Томбағош а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 18 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 50 км алыҫлыҡта Әрҙәш й. (Сөн й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 223 кеше; 1920 — 284; 1939 — 384; 1959 — 140; 1989 — 98; 2002 — 127; 2010 — 107 кеше. Урыҫтар, мариҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (2‑се Шаран урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙендә Тамбов губ. күсеп килгән кешеләр нигеҙ һала, 19 б. аҙ. башлап Темников ширҡәте булараҡ билдәле. 1896 й. 24 йортта 189 кеше йәшәгән. Игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. 20 б. башынан Темни(я)ковка а. булараҡ теркәлгән, 70‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.