ТЕМӘС БАШҠОРТ ПЕДАГОГИЯ УЧИЛИЩЕҺЫ, Баймаҡ р‑нында урынлашҡан. 1936 й. Ырымбур башҡорт педагогия техникумы базаһында асыла. 1941 й. Т.б.п.у. составына Белорет р‑нындағы Сермән пед. уч‑щеһы инә. Уҡыу курсы — 4 йыл (1946 й. алып). Уҡытыу көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу (1938 й. башлап) бүлектәрендә һәм экстернат формаһында түбәндәге һөнәрҙәр б‑са алып барыла: башланғыс кластар уҡытыусыһы, урыҫ, башҡ. телдәре, биол., матем. уҡытыусыһы. 1946 й. урыҫ бүлеге асыла. Йәшелсә баҡсаһы, ярҙамсы хужалығы була; методика кабинеты эшләй. 1946 й. 500‑гә яҡын уҡыусы уҡый. Уҡыу йорто м‑н Ф.Ф.Абдуллина, Т.Х.Аслаев, Ф.З.Зәғәфүрәнов, Х.С.Фәритов, С.С.Һатыусин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле. 3,5 меңгә яҡын белгес әҙерләнгән, улар араһында З.Ш.Аҡназаров, Аслаев, С.Ә.Галин, А.Ә.Ғәлләмов, А.Игебаев, М.Ә.Илһамов, Р.И.Ирназаров, Ә.Д.Исҡужин, М.Н.Иҫәнбаев, Э.Ф.Ишбирҙин, Н.Х.Ишбулатов, И.Х.Йомағолов, А.Ә.Камалов, Л.Ш.Камалова, С.Ф.Миржанова, Б.М.Мәмбәтҡолов, З.Ә.Нурғәлин, Ф.В.Солтанов, С.Ғ.Сөләймәнова, М.Ф.Хисмәтов, И.И.Һиҙиәтов, К.Ә.Әхмәтйәнов, Ғ.Ғ.Яҡупов. 1956 й. Белорет пед. уч‑щеһы составына инә (ҡара: Белорет педагогия колледжы).

Р.И.Үтәғолов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина