БАЙБУРИН Фәүзи Зәки улы (24.1.1943, БАССР‑ҙың Шишмә р‑ны Шишмә а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1989), проф. (1990). Юғары хәрби-диңгеҙ инженерҙар уч‑щеһын тамамлағандан һуң (Ленинград, 1968) хәрби-диңгеҙ флотында хеҙмәт итә. 1975 й. алып Хәрби-диңгеҙ инженерҙар ин‑тында (С.‑Петербург) эшләй, 1988—94 йй. эске яныулы двигателдәр каф. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре карап дизелдәрен төрлө шарттарҙа файҙаланыу үҙенсәлектәренең моделен әҙерләү м‑н бәйле. Б. етәкселегендә тирәҡ мөхиткә зарарлы ҡалдыҡтар сығыуын кәметеү өсөн дизелдәрҙә ҡулланыла торған һыу‑яғыулыҡ эмульсияһын әҙерләү технологияһы уйлап табыла һәм етештереүгә индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Эксплуатационные характеристики корабельных дизелей. Л., 1989 (авторҙ.); Корабельные двигатели внутреннего сгорания. 2‑е изд. СПб., 2007 (авторҙ.).

В.А.Путятинский

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика