ТЕЛӘШ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Ташбулат а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 58 км һәм Ташбулат т. юл ст. Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Аналыҡ й. (Кесе Ҡыҙыл й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 144 кеше; 1920 — 329; 1939 — 146; 1959 — 150; 1989 — 106; 2002 — 112; 2010 — 105 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Ташбулат урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Верхнеурал өйәҙе Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Ҡолмөхәмәт Теләшев билдәле). 1795 й. 10 йортта 58 кеше йәшәгән, 1866 й. 27 йортта — 179 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. Ҡырҡтытау һыртындағы Һыуосҡан төбәге һәм Бабай, Ҡушай, Һандыҡ түбәләре — тәбиғәт ҡомартҡылары.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018