ТЕЛЕФОН СЕЛТӘРЕ, Башинформсвязь” ААЙ филиалы. Урындағы (ш. иҫ. таксофондар һәм радио аша элемтә тотоу сараларын файҙаланып) һәм зона эсендәге телефон элемтәһе, кабель һәм цифрлы телевидение, сымлы радио тапшырыу, Интернетҡа инеү һ.б. хеҙмәттәр күрһәтә. Составына 5 район элемтә узелы, 3 линия‑кабель, координатлы автоматик телефон станцияларын эксплуатациялау, селтәр технологиялары, линия‑кабель ҡоролмаларын ремонтлау, сымлы радио һәм телевизион тапшырыу, электр энергияһы цехтары, ремонт, Өфө р‑ны электр элемтәһе бюролары; техник эксплуатациялау үҙәге; лаб. инә. 2009 й. 1237 кеше эшләгән; 1,2 млрд һумлыҡ хеҙмәт күрһәтелгән. Хеҙмәттәрен ҡулланыусылар — БР‑ҙың Өфө ҡ., Благовещен, Иглин, Кушнаренко, Ҡырмыҫҡалы, Өфө, Шишмә р‑ндары пр‑тиелары һәм халҡы. 1934 й. Өфө АТС‑ы сафҡа индерелгәндән һуң ойошторола (60‑сы йй. декада-аҙымлы, 70‑се йй. координатлы АТС‑тар; 80‑се йй. аҙағынан сүсле-оптик элемтә линиялары, 90‑сы йй. башынан коммутацияның цифрлы системалары индерелә), 1992 й. алып “Башинформсвязь” ААЙ‑ның бүлендек пр‑тиеһы, 1995 й. — Өфө ҡала Т.с. (2000 й. CDMA стандартындағы радиотелефон элемтәһе индерелә, 2005 й. башлап Интернетҡа инеү хеҙмәтен күрһәтә). 2010 й. телефон аппараттары һаны 393,1 мең дана, карточка системаһындағы таксофондар — 2,9, ADSL технологияһындағы порттар — 37,2, радиотрансляция нөктәләре — 152,9 мең дана; абоненттар һаны (мең): сымһыҙ элемтә — 9,1, кабель телевидениеһы — 50,8 мең тәшкил итә. Пр‑тие тарафынан СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып МТ‑20/25 электрон станцияһы монтажлана (1987).

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018