ТЕЛӘПӘН, Илеш р‑нындағы ауыл, Этәй а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 16 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 123 км алыҫлыҡта Баҙы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 822 кеше; 1920 — 1008; 1939 — 794; 1959 — 399; 1989 — 322; 2002 — 314; 2010 — 307 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Этәй урта мәктәбе филиалы), балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Ҡазан даруғаһы Йылан улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1770 й. алып билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Собханғол Теләпәнов билдәле). 1795 й. тиклем керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1795 й. 13 йортта 123 кеше йәшәгән, 1865 й. 60 йортта — 411 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов