ТЕЛӘКӘЙ, Илеш р‑нындағы ауыл, Иҫәнбай а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т. 27 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 134 км алыҫлыҡта Миңеште й. (Ағиҙел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 979 кеше; 1920 — 1177; 1939 — 1084; 1959 — 641; 1989 — 450; 2002 — 395; 2010 — 316 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 17 б. аҙ. Ҡазан даруғаһы Гәрә улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған (уның улы Әсән Теләкәев билдәле). Шулай уҡ Теләпәй булараҡ теркәлгән. 1729 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған, 1779 й. яһаҡлы татарҙар күсеп килгән. 1795 й. 30 йортта 142 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 597 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, балта эше, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, һыу тирмәндәре булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән. Р.Х.Авзалов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов