ТЕКОЙЛ, ЯАЙ. Металлургия һәм машиналар эшләү өсөн техник майҙар, резина-техник производство өсөн пластификаторҙар, нефть һәм газ сығарыу пр‑тиелары өсөн реагенттар әҙерләү һәм етештереү м‑н шөғөлләнә. Өфөлә урынлашҡан. 1994 й. ойошторола. Составына май, мотор майы һәм майлау‑һыуытыу шыйыҡлыҡтары етештереү, транспорт участкалары инә. 2009 й. 7 кеше эшләгән; 4 млн һумға продукция етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев