ТЕАСТАН Өфө сәй төрөү фабрикаһы, ЯАЙ. Сәй, дарыу үләндәре, бал, шәкәр һ.б. күпләп һатып алыу, эшкәртеү, фасовкалау һәм һатыу м‑н шөғөлләнә. Составына сәй етештереү һәм бал фасовкалау цехтары; ремонт‑төҙөлөш, электр‑монтёр, транспорт участкалары инә. 2009 й. 73 кеше эшләгән; 178 т продукция етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, яҡын сит илдәргә сығарыла. 1942 й. эвакуацияланған Рязань сәй төрөү ф‑каһы базаһында Өфө сәй төрөү һәм преслау ф‑каһы булараҡ ойошторола (1943 й. 1‑се продукция — пресланған һәм таҡта сәй сығарыла), 1974 й. алып Өфө сәй төрөү ф‑каһы, 1994 й. — “Теастан” ЯАЙ, 2002 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә. “Рәсәйҙең 100 яҡшы тауары” конкурсы лауреаты (2001).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев   

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.