ТВОРОГОВ Иван Александрович (1742—?), Крәҫтиәндәр һуғышында (177375) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёвтың ген.‑поручигы. Казак. Яйыҡ казак ғәскәрендә (ҡара: Урал казак ғәскәре) хеҙмәт иткән. Ихтилалға 1773 й. 21 сент. Илек ҡаласығында ҡушыла. Нояб. Хәрби коллегия судьяһы итеп тәғәйенләнә. Пугачёвтың Йәшерен советы составына ингән. Окт. алып Ырымбур сик һыҙығының Яйыҡ буйындағы ҡәлғәләрен алыуҙа, Ырымбур ҡ. ҡамауҙа, 1774 й. 3 һәм 5 июнендә Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы Үрге Ҡыйғы һәм Ураҙмәт аа. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы алыштарҙа, 18—20 июндә Уҫыны алыуҙа ҡатнаша. Пугачёвтың Төп ғәскәре составында Түб. Волга буйына тиклем барып етә. 8 сент. Оло Үҙән й. буйындағы лагерҙа И.П.Федулев, Ф.Ф.Чумаков м‑н берлектә Пугачёвҡа ҡаршы фетнә ойоштороп, уны ҡулға ала һәм 14 сент. Яйыҡ ҡаласығында хөкүмәт ғәскәрҙәренә тапшыра. 15 сент. башлап Яйыҡ йәшерен комиссияһында, 27 сент. алып Ҡазан йәшерен комиссияһында тикшереү аҫтында була. Нояб. Пугачёв өҫтөнән тәфтиш һәм суд ойоштороу өсөн Мәскәүгә килтерелә. 1775 й. 9 ғин. язанан азат ителә, һуңыраҡ Рига губ. ғүмерлек һөргөнгә ебәрелә (1819 й. ла шунда булған). Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. М.Х.Хужин

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018