БАЙБУРИН Наил Ғабдулла улы (17.7.1956, Өфө), сценограф, рәссам. БАССР‑ҙың атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1989). Театр эшмәкәрҙәре союзы (1985), Рәссамдар союзы (1991) ағзаһы. Ғ.Ғ.Байбуриндың улы. ӨДСИ-не тамамлаған (1980; педагогтары М.Н.Арыҫланов, Р.М.Нурмөхәмәтов). 1981 й. алып Башҡ. ҡурсаҡ театрында эшләй: 1983 й. тиклем һәм 2002—11 йй. рәссам-ҡуйыусы, 1983—94 йй. һәм 1996—2002 йй. баш рәссам, 1994—96 йй. баш режиссёр. 2006 й. алып ӨДИСА‑ның Дизайн һәм милли мәҙәниәттәр ин‑ты дир., 2007—08 йй. худ. етәксеһе. 2011 й. алып “Арт Групп” идара итеүсе ЯСЙ‑ның (Өфө) худ. етәксеһе.

30‑ҙан ашыу спектаклде биҙәй: Ҡурсаҡ театрында — “Рамаяна” поэмаһы б‑са Н.Р.Гусева һәм С.И.Потабенконың “Һинд легендаһы” (“Индийская легенда”; 1987), Аристофандың “Лисистрата” (1988), И.Р.Әлмөхәмәтовтың “Әсәйемә бүләк” (2002); Милли Йәштәр театрында — Н.Ғәйетбайҙың “Студенттар” (2002); Сибай драма театрында — Башҡорт туйы” (1989); “Нур” театрында — Т.Ғ.Миңнуллиндың “Йәшлегем яулығы” (1995); Екатеринбург ҡурсаҡ театрында — Н.В.Гернеттың “Аладдиндың тылсымлы лампаһы” (“Волшебная лампа Аладдина”; 1990), В.Ф.Лифшиц һәм И.Н.Кичанованың “Ҡойроғон да тота алмаҫһың” (“Ищи ветра в поле”; 1997) һ.б. Сәхнә биҙәүҙә рәссам концептуаль сәнғәт принциптарын файҙалана: унда ниндәйҙер функция башҡарыусы деталдәр, үҙгәреп, тәрән мәғәнәгә эйә була. Б. ижадының үҙенсәлеге Башҡ. ҡурсаҡ театрында биҙәгән “Һарнуш” (1994), “Шүрәленең төнгө уйындары” (1996) авторлыҡ спектаклдәрендә айырыуса асыҡ сағыла. Б. һынлы сәнғәт әҫәрҙәрендә лә театр эштәре м‑н бәйләнеш күҙәтелә: “Һыу инеүсе ҡыҙ”, “Ҡыҙыл селтәр аҫтында” (икеһе лә — 1990), “Мәхүзә ҡунаҡҡа киткән, ә һыйырҙы кем һауыр” (1991) әҫ. реаль донъя гротеск аша һүрәтләнгән. Б. ижадында ассамбляж һәм инсталляция айырым урын биләй: “Хәтер ҡоҙоғо” (1989), “Тәңре шәүләһе” (1990), “Тамға” (1991), “Афродит” (1992) һ.б. “Наурыҙ байрамы” (1997, 1999), “Сыңғыҙхан принцессалары” (2000), “Алтын пайцза” (2001), “Сульде” (2003) перформанстары, ш. уҡ бер нисә пьеса, байтаҡ әҙәби эссе авторы. “Инйәр” (1989), “Сыңғыҙхан” (1993) ижади төркөмдәре ағзаһы. “Тура һыҙыҡ” этноартфестивален (Мәскәү, 2004) ойоштороусы. 1981 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Дели (1988), Өфө (1992, 2000), Мәскәү (2002). Б. эштәре БДХМ, А.А.Бахрушин ис. Театр музейы (Мәскәү) коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

Л.С.Фәрзетдинова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика