ТАШТҮБӘ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ташлы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 189 кеше; 1959 — 194; 1989 — 209; 2002 — 203; 2010 — 191 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. аҙ. Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Ташлы а. кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов