ТАШТЫҠОРЪЯТМАҪ, Башҡортостан (Көньяҡ) Уралындағы һырт, Ҡоръятмаҫ һыртының армыты. Әбйәлил р‑ны буйлап Әбйәлил а. киңлегенән Ҡушый а. киңлегенә тиклем субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 13 км, киңлеге 2—3 км, абс. бейеклеге 656 м (Олотау). Бейеклектәре 517—656 м еткән 5 түбәһе бар. Рельефы тәпәш таулы, түбәләре яйла һымаҡ, көнбайыш битләүҙәре текә, көнсығышы — һөҙәк; көньяҡ‑көнсығышта Сыбаркүл ята. Ирәндек свитаһы андезибазальттарының туфтарынан, лаваларынан ғибәрәт. Һырт битләүҙәрендә Йәнгел, Мағаҡ йй. ҡушылдыҡтары башлана. Ландшафы һоро урман тупрағындағы ҡайын урманынан, ябай һәм ҡара болон тупрағындағы болонло далаларҙан тора.

Тәрж. И.М.Япаров