ТАШТУЙ, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Йәнгел а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнс. 29 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) К.‑Көнб. табан 38 км алыҫлыҡта Таштуй й. (Йәнгел й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 126 кеше; 1959 — 300; 1989 — 365; 2002 — 458; 2010 — 491 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 1934 й. Йәнгел с‑зы ойошторолған ваҡытта С‑здың беренсе бүлексәһе ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 2005 й. хәҙ. статусын ала, 2007 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.