ТАШТУҒАЙ ТАУҘАРЫ, төбәк, тәбиғәт ҡомартҡыһы (2003). Хәйбулла р‑ны Әҙел а. көнсығышҡа табан 3 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. уң яры буйында, Башҡортостандың Урал аръяғының көньяҡ‑көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан. Майҙаны 12 га. Ландшафы органоген‑ҡырсынташлы тупраҡтағы ташлы һәм ҡыуаҡлы (ҡырлы тубылғы, ҡыуаҡ селек һ.б.) далаларҙан тора. Үҫемлектәрҙең БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән һирәк төрҙәре үҫә: алтай етен үләне, бәҫле аҡтамыр, Залесский ҡылғаны, Коржинский ҡылғаны, рус сыбар сәскәһе, шиңмәҫгөл, эйелеүсән тюльпан һ.б. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына ингән бесәнсе ҡомаҡ йәшәй.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. А.Н.Күсеев