ТАШТУҒАЙ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Таналыҡ а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 40 км һәм Һары т. юл ст. (Ырымбур өлк.) Т.‑Көнс. табан 98 км алыҫлыҡта Таналыҡ й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1959 й. – 196 кеше; 1989 – 314; 2002 – 344 кеше. Башҡорттар йәшәй. Халҡы “Таштуғай” АХПК‑нда эшләй. Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға 20 б. 40-сы йй. Солтанғужа, Йомағужа аа. кешеләре Солтанғужа исеме м‑н нигеҙ һалған. 80‑се йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ауыл эргәһендәге Таштуғай тауҙары — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Х.Ғ.Үтәшев ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018