ТАШТИМЕР, Ҡ о т л о г и л д е, Әбйәлил р‑нындағы ауыл, Таштимер а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.-Көнс. 23 км һәм Магнитогорск т. юл ст. (Силәбе өлк.) Көнб. табан 32 км алыҫлыҡта Йәнгел й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 347 кеше; 1920 — 470; 1939 — 426; 1959 — 479; 1989 — 354; 2002 — 381; 2010 — 382 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, амбулатория, клуб, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 2‑се ярт. Нуғай даруғаһы Тамъян улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә Ҡотлогилде (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улы йорт старшинаһы Таштимер Ҡотлогилдин билдәле) исеме м‑н нигеҙ һала. 1866 й. Ҡотлогилделә (Т.) 33 йортта 234 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. М.С.Алсынбаев, Р.М.Зарипов, В.Ғ.Хызыров, Р.З. Шәйхетдинов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018