ТАШТАУ, Дүртөйлө р‑нындағы ауыл, Семилетка а/с ҡарай. Район үҙәгенән К. 20 км һәм Бүздәк т. юл ст. Т. табан 140 км алыҫлыҡта Манъязы й. (Кеүәш й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й. — 45 кеше; 1959 — 172; 1989 — 140; 2002 — 171; 2010 — 212 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. 30‑сы йй. “Заготскот” дәүләт берекмәһенең Башҡ‑н контораһы базаһы ойошторолған ваҡытта Заготскот базаһы ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1959 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә, 2005 й. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018