ТАШӨЙ МӘМЕРЙӘҺЕ, Т а ш й о р т, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1985). Ишембай р‑ны Һәргәй а. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 5,5 км алыҫлыҡта Рәүҙәк й. уң битләүендә урынлашҡан. Карст мәмерйәһе, девонға ҡараған франс ярусының аҡһыл һоро эзбизташтарында барлыҡҡа килгән. Һөҙәк, ауыш мәмерйә. Оҙонлоғо 117 м, уртаса киңлеге 5,5 м, уртаса бейеклеге 3,0 м, амплитудаһы 17 м, майҙаны 496 м2, күләме 1500 м3. Арка формаһындағы инеү урыны (киңлеге 11 м, бейеклеге 7 м) текә ҡаяның нигеҙ өлөшөндәге эре киҫәкле ишелмәләр өҫтөндә 30 м бейеклектә ята. Ауыҙынан ҡауырһын һымаҡ урынлашҡан юлдары (оҙонлоҡтары 20 м тиклем) булған көньяҡ йүнәлешле галерея (киңлеге 5—12 м, оҙонлоғо 28 м) китә. Түбәһе шыма итеп йыуылған, вертикаль каналдары (бейеклектәре 12 м тиклем) бар. Иҙәне балсыҡ, ваҡ таштар м‑н ҡапланған; стеналарында кальцит япмалары осрай. Һауа т‑раһы йәй көнө яҡынса 9,5°С.

Ю.В.Соколов

Тәрж. И.М.Япаров

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.