Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/B/BAIBURIN_ZIGANGIR.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/PERSON/B/BAIBURIN_ZIGANGIR.jpg'

БАЙБУРИН Йыһангир Нурғәли улы [20.3.1852 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1859) Ырымбур губ. Өфө өйәҙе Сәфәр а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) — 1915], Ырымбур губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. 1906 й. алып Рәсәй мосолмандары союзы ағзаһы. Ҡазан ун‑тының мед. ф‑тында уҡыған (1883—87). 1906 й. март—нояб. Мосолман халыҡ партияһы (Ырымбур ҡ.) рәйесе, бер үк ваҡытта июндән Ырымбур мосолман хәйриә йәмғиәте секретары. Думаның ер комиссияһы ағзаһы. Дәүләт думаһының мосолман фракцияһына ингән. 3‑сө мосолман съезы делегаты.

Л.Ә.Ямаева

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика