ТАШЛЫ-ШӘРИП, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 28 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 230 кеше; 1920 — 804; 1939 — 631; 1959 — 423; 1989 — 358; 2002 — 363; 2010 — 344 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Имай-Ҡарамалы урта мәктәбе филиалы), фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. уртаһынан билдәле. Шулай уҡ Шәрип исеме м‑н теркәлгән. 1795 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр килеп ултырған. 1865 й. 74 йортта 405 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет теркәлгән. В.В.Әхмәҙуллин ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018