ТАШЛЫТАМАҠ, Ҡ ы ҙ ы л ъ я р, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Имай-Ҡарамалы а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. Көнс. табан 32 км алыҫлыҡта Ҡарамалы й. (Өршәк й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 459 кеше; 1920 — 553; 1939 — 411; 1959 — 273; 1989 — 118; 2002 — 118; 2010 — 113 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Яңы Ҡарамалы-Ташлытамаҡ исеме м‑н нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 55 йортта 399 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, сабата үреү м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, мөгәзәй теркәлгән. Р.С.Исламов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018