ТАШЛЫКҮЛ, Ауырғазы р‑нындағы ауыл, Кәбәс а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 9 км һәм Аҡкүл т. юл ст. Көнб. табан 24 км алыҫлыҡта Ауырғазы й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 642 кеше; 1920 — 562; 1939 — 647; 1959 — 417; 1989 — 324; 2002 — 264; 2010 — 250 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Мәҙәниәт йорто (“Сеспель” сыуаш халыҡ фольклор ансамбле) бар.

Ауылға 1786 й. Стәрлетамаҡ өйәҙе Меркет-Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә ш. уҡ өйәҙҙең Бишҡайын а. сыуаштары нигеҙ һала. 1795 й. 53 кеше иҫәпкә алынған, 1865 й. 50 йортта — 347 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ, сана яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. 1906 й. сиркәү-мәхәллә мәктәбе, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

М.Х.Сафин, М.С.Әминева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018