ТАШЛЫ, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Ташлы а/с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Раевка т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 21 км алыҫлыҡта Ташлы й. (Төйлән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 925 кеше; 1920 — 1110; 1939 — 800; 1959 — 812; 1989 — 612; 2002 — 541; 2010 — 454 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Яйыҡ-Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1745 й. алып билдәле. 19 б. башында ш. уҡ керҙәш башҡорттар теркәлгән. 1795 й. 15 йортта 91 кеше йәшәгән, 1865 й. 72 йортта — 459 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. 2 мәсет, 6 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете теркәлгән. 1920 й. 1‑се Т. (828 кеше) һәм 2‑се Т. (282 кеше) ауылдары булараҡ иҫәпкә алынған. С.Ғ.Ғиззәтуллин, Р.Ғ.Низамов, Н.Д.Шоңҡаров ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов